Мәҙәниәт
23 Март 2024, 10:00

Әсәләрҙең бәхеттәре була...

.

Әсәләрҙең бәхеттәре була,
Һау сәләмәт тыуһа балаһы,
Йә, Аллаһым бер ғәйепһеҙ бала,
Йөкләмәһен ҡаты һынауҙы.

Балаларға бер үк яҡын итмә,
Ебәрмәсе ҡаты ауырыуҙар.
Барлыҡ балаларҙың күҙҙәрен ас,
Йомдормасы, бирмә һынауҙар.

Йә, Аллаһым, балалары өсөн,
Күпме әсә ҺИҢӘ теҙләнгән,
Күҙҙәрендә өмөт сатҡылары,
Доға менән ҺИҢӘ төбәлгән.

Атай -әсәй бәхете бала ла,
Бала бәхете Ата-әсәлә,
Бала аша бирмә ауырлыҡты,
Бала ҡайғылары күрһәтмә.

Әсәләрҙең бәхеттәре була,
Йәш түкмәһә ғәзиз балаһы,
Ауырлыҡтар аша еңеп сығып,
Һыҙламаһа йөрәк яраһы.


Автор:Фәниә Сыңғыҙова (Мөхәмәтшина)
Читайте нас