Мәҙәниәт
23 Март 2024, 06:00

Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Ҡалабыҙҙың Үҙәк биләмә-ара модель этносмарт яңы быуын китапханаһында “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә “Өләсәйем һандығы” район-ҡала ижади конкурсы үтте.

Ҡомартҡылар тарих һөйләйҠомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй

Сараның маҡсаты - халыҡ йолаларын, ғөрөфғәҙәттәрен һәм ижадын һаҡлау, тергеҙеү, рухи һәм әхлаҡи ҡиммәттәрҙе пропагандалау. Конкурста мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре, үҙешмәкәр коллективтар һәм башҡалар ҡатнашты. Проекттың етәксеһе – Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының методисы Гөлнара Хәйбуллина. «Өләсәйем һандығы» конкурсы үткәндәр тураһында ҡыҙыҡлы хәтирәләр тупланы. Бәйгеселәр «Яулыҡ - заман бәйләнеше», «Милли биҙәк» , «Ата-бабалар саҡырыуы» номинацияларында ҡыҙыҡлы сығыштар тәҡдим итте.

Ҡатнашыусыларҙы мәртәбәле жюри ағзалары баһаланы. Уның составында Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Лилиә Әҙелбаева, Ишембай районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Салауат Солтанморатов, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй рәссамдар Союзы ағзаһы, С.Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты Рафаэль Ҡадиров эшләне.
Сарала ҡатнашыусылар үткәндәргә мауыҡтырғыс сәйәхәт ҡылды, боронғо көнкүреш атмосфераһына сумды. Конкурста апай-инәйҙәр балаларҙы серле ҡомартҡылар менән таныштырып үтте. Һандыҡта сигелгән таҫтамалдар, яулыҡтар менән бер рәттән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары биҙәүестәренән селтәр, ҡашмау, ҡулъяулыҡ, мәрйендәр ҙә урын алған ине. Ошо ҡомартҡыларҙың һәр береһенең тарихын, ҡулланылышын һөйләне ағинәйҙәр. Ҡыҙҙарҙың тәңкәләре сыңлап торған биҙәнеү кейемдәрен кейеп алғас, һоҡланыу кисереүҙәре йөҙҙәренә сыҡты. Өләсәйҙәр ейән-ейәнсәрҙәренә әкиәттәр уҡып, төрлө һамаҡлауҙар әйтһә, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре лә үҙ һөнәрҙәрен күрһәтте. Кескәйҙәр йомаҡтар сисеп бүләк, күстәнәс алды.

Мәҫәлән, «Милли биҙәк» номинацияһында өсөнсө урын алған 23-сө балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәрен бәйгегә Гөлсөм Әхмәҙиева әҙерләгән. Уның ике ейәнсәре лә ошо конкурста ҡатнашты.

- Гөлсөм апай йәш сағында фольклор түңәрәгенә йөрөгән. Халыҡ ижадын яҡшы белә, сәхнәлә лә ҡыйыу. Ул – күп балалы әсәй, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Процедура кабинетында оҙаҡ йылдар шәфҡәт туташы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡһа ла, эшен дауам итә. Беҙҙең балалар баҡсаһына ейәнсәрҙәрен йөрөтә, конкурста ҡатнашырға тәҡдим иткәс, ихлас ризалашты, - тип уртаҡлашты 23-сө балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Миләүшә Вәлиева. - Ишембай ағинәйҙәре етәксеһе Хаят Йосоповаға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ул беҙгә затлы, зауыҡлы кейемдәр, биҙәүестәр биреп торҙо. Ҡомартҡыларҙың иң боронғоһо – Хаят апайҙың Бибиғәзизә өләсәһенең еләне. Ул XIX быуатта 16 йәшендә генә кейәүгә сыҡҡан. Елән уның никахына тегелгән.

“Өләсәйем һандығы” бәйгеһендә берәүҙәр тарих һөйләһә, икенселәр таҡмаҡ әйтте.

- Мин Маҡар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләйем, 3-4-се класс уҡыусыларынан торған «Сулпылар» фольклор бер-ләшмәһен етәкләйем. «Өләсәйем һандығы» конкурсында «Яулыҡ – быуындар бәйләнеше» номинацияһында ҡатнашып, беренсе урынды алдыҡ. Балаларҙың ҡыуанысының сиге булманы, киләһе йылда ла ҡатнашырға дәртләнеп теләк белдерҙеләр, - тине Гөлсинә Әхмәҙиева. - Инәй-апайҙарҙан һандыҡ төптәрендә ятҡан яулыҡ-шәлдәрҙе йыйып, уларҙың тарихы менән таныштыҡ. Иң боронғо ҡомартҡы – 130 йылдан артыҡ тарихы булған һуҡма шәлдән алып хәҙерге ваҡыттағы заманса шәлдәрҙең төрҙәре тураһында һөйләнек. Балалар яулыҡтар тураһында Маҡар ерлегендә генә йырланған таҡмаҡтарҙы ишеттерҙе, уларҙы бейеү менән бергә башҡарҙы.


Авторҙар фотолары.

Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Ҡомартҡылар тарих һөйләй
Автор:Гөлнара ЙӘМИЛЕВА, Айһылыу ВАХИТОВА.
Читайте нас