Мәҙәниәт
16 Март 2024, 08:00

ӨЛӘСӘЙЕМ ДОҒАЛАРЫ

.

Өләсәйем бәләкәй сағымда
Өйрәткәйне миңә доғалар,
Шул доғалар мине ғүмер буйы
Етәгендә алып баралар.

Һыйына инем мин өләсәйгә
Һәр кис һайын йоҡо алдынан,
Ятлатты ул миңә үҙе белгән
Ҡыҫҡа , ҡыҫҡа ғына доғалар.

Әйткән ине,*Ҡыҙым, бер Әлхәмде,
Өс Ҡолһоуалланы уҡыһаң,
Ҡөръән сыҡҡан менән бер иш булыр,
Риза булыр һинән Аллаһың.*

Әйткән ине, *Тәүфиҡлы бул, балам!
Игерәймәй һөйлә* тип һүҙҙе,
*Бисмилләне гелән әйтегеҙ*тип
Өйрәтте өләсәй гел беҙҙе.

Миңә ун ете йәш...Өләсәйҙең
Хәле нәҙек ҡылдың өҫтөндә,
Ҡаланан ялға тип ҡайтҡан инем,
*Өләсәй, мин һинең эргәңдә..

Өләсәйем, доғаларыңды бит
Үҙең менән алып китәһең,
Доғаларһыҙ нисек йәшәрбеҙ һуң.?
Һин бит беҙҙе йәтим итәһең...*

Йәш аралаш дәфтәр эҙләп алдым,
Ҡулдарыма алдым ҡәләмде,
*Яҙҙыр әле доғаларыңды..* тип
Үтендем мин өләсәйемде.

Беҙ башланыҡ...Өләсәйем әйтә,
Ә мин яҙҙым тәүҙә Әлхәмде,
Унан Ҡолһоуалла, Ҡол әғүҙе,
Кәүсәрҙе, Аятелкөрсиҙе...

Өләсәйем әйткән доғаларҙан
Тултырҙыҡ беҙ ярты дәфтәрҙе,
Өләсәй арыһа, һыу эсерҙем,
Көтөп торҙом тағы әйтерҙе.

*Әлеп, бей, тей....ләмәлеп , йә..*тиеп
Тамамланы теле көрмәлеп..
Минең битем буйлап юлаҡ, юлаҡ
Йәштәр аға ине тәгәрәп..

Шул кисенә өләсәй йән бирҙе..
Яҙылғандыр шулай тәҡдирҙә,
Ә яҙҙырған доғалары ҡалды
Ейәнсәре тотҡан дәфтәрҙә.

Ул ваҡытта динһеҙ заман ине,
Аллаһыҙлыҡ...йылдар хәтәре..
Минең янда һәр саҡ юлдаш булды
Өләсәйҙең доға дәфтәре.

Хәҙер инде дин ситлектә түгел,
Иркен йәйеп оса ҡанатын,
Иҫкә алам йыш өләсәйемде
Үҫтергәнгә беҙҙе яратып.

Һуҡранһа ла ҡайсаҡта ул беҙгә
Әрләмәне бер ҙә ныҡ итеп,
Арҡабыҙҙан һәр саҡ һөйә ине
*Аҡыллы бул, улым, ҡыҙым!* тип.

Хәҙер үҙем етәүгә өләсәй
Өйрәндем мин уҡып Ҡөръәнде,
Ҡөръән өйрәткәнсә аңлап беләм
Донъяуиҙан булған һәр фәнде.

Аңын-тоңон белгәс, төшөндөм мин
Асып бер аҙ Ҡөръән серҙәрен,
Әлхәм тигәне булды Фәтихә,
Ҡолһоуалла Ихлас сүрәһе.

Намаҙ доғалары булып сыҡты
Өләсәй ятлатҡан доғалар,
Шул доғалар минең менән бергә
Бәләкәстән йәнәш баралар.

Уҡыным өләсәй доғаларын
Алда ҡыйын хәлдәр торғанда,
Уҡыным мин ошо доғаларҙы
Рәхмәт әйтеп шөкөр ҡылғанда.

Улар хәҙер тағы ла күбәйҙе,
Сөнки ҡайтты иман халҡыма,
Өләсәйҙәр тапшырҙы бит беҙгә
Ошо килер заман хаҡына.

Рәхмәт һиңә, минең өләсәйем,
Биргән өсөн күңел йылыһын!
Өләсәйем биргән шул йылылыҡ
Тирә-яҡтарыма таралһын!

Автор:Фәүзиә Ҡотлогилдина-Алтынбикә
Читайте нас