Мәҙәниәт
15 Март 2024, 06:00

Әсәйҙәргә урын ҡала ситтән генә

.

Әсәйҙәргә урын ҡала ситтән генә,
Ризыҡтың да ҡала аҙы, төптән генә,
Беҙ ятҡанда, улар һаман аяғөҫтө,
Беҙ торғанда, күптән әҙер табын өҫтө.

Балалары шатлығынан бәхетлеләр,
Кескәй генә бүләккә лә рәхмәтлеләр.
Сабыйҙарға әсә – әҙәп өлгөһө,
Ә аҙаҡ балалар – улар көҙгөһө…

…Әсәйҙәргә урын инде түрҙән генә,
Ризыҡтың да өлөштәре ҙурҙан ғына,
Улар һаман бүлеп һала балаларға,
Әҙер бәлә-ҡазаларҙан араларға.

Ҡараштарҙан, һулыштарҙан һиҙеп тора
Күңелдәрҙә, йөрәктәрҙә ниҙәр барын.
Үҙҙәренә бик-бик ҡыйын саҡтарҙа ла
Ишетмәҫһең әсәйҙәрҙең һис бер зарын.

Эш күплеккә, ваҡыт юҡҡа һылтанабыҙ,
Белмәйбеҙ шул бергәлектең ҡәҙерҙәрен...
...Ғәфү һорап килгән ғәзиз балаларҙың
Күҙ йәштәре йыуа әсә ҡәберҙәрен.

Автор:Зөһрә Ҡотлогилдина.
Читайте нас