Мәҙәниәт
1 Март 2024, 15:00

Ишембайҙар һынатманы

29 февраль Ғафури районы Красноусол ҡасабаһында Зәки Мәхмүтов исемендәге башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларының республика конкурсы үтте.

Ишембайҙар һынатманыИшембайҙар һынатманы
Ишембайҙар һынатманы

Бәйгене Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров етәкселегендәге абруйлы сәхнә оҫталары баһаланы.

Дәүләкән, Өфө, Стәрлетамаҡ, Илеш, Ейәнсура, Ҡырмыҫҡалы, Мәләүез райондарынан йыйылған халыҡ йырын башҡарыусылар араһында беҙҙең район вәкилдәре ҙур уңыштарға өлгәште: Уразбай ауылынан яҡташыбыҙ Зөлфиә Вәлиева 35 йәштән оло башҡарыусылар араһында - I дәрәжә диплом, Айбулат Ишморатов 16 йәштән 35 йәшкә тиклемге башҡарыусылар араһында - I дәрәжә диплом, Фәнил Кинйәғолов 35 йәштән өлкәндәр араһында III дәрәжә дипломға лайыҡ булды.

Ҡотлайбыҙ!

Автор:Лилиә ХӘСӘНОВА.
Читайте нас