Аҡ өмөттәр, бәхет, шатлыҡтарға,
Был иртәләр бер үк уралһын.
Һәр кемдең дә йәшәгән йортына,
Ҙур уңыштар ғына юл алһын.
Күңелдәрҙә бары яҡшылыҡтар,
Изгелектәр генә тупланһын .
Насарлыҡҡа, яман ғәмәлдәргә,
Бер үк унда урын ҡалмаһын.
Кешеләрҙең бәхет, уңышына,
Аҡ көнләшеү менән көнләшәм.
Һәр иртәлә доғаларға үреп,
Ҡайнар һөйөүемде өләшәм.