Сәскә бүләк итеү — матур ғәҙәт,
Алған кеше нисек шатлана!
...Шиңгәнгәсә сәскә һаҡлана ла,
Сығарып ул аҙаҡ ташлана.
Бүләктәрем сәскә булмаһын, тип,
Нисә тапҡыр инде уйланым.
Уйланым да, үҙем тағы бына
Сәскә өҙҙөм, сәскә һайланым.
Бер шатлығың үҙе ни тора бит!
Йөрәк әле түгел көл - күмер.
Сәскә бүләк иттем, йыр йырланым,
Сәскә кеүек, тиеп, был ғүмер.
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.