Мәҙәниәт
15 Февраля 2024, 10:00

Йөрәк өсөн артыҡ күп кәрәкмәй,
Бары- яҡты ҡараш,йылы һүҙ етә,
Һүнеп барған йөҙҙө нурландыра,
Төшкән күңелдәрҙе иретә.

Кескәй генә шатлыҡ күргәндә лә,
Бик ҙур итеп ҡабул итәйек,
Ҡыйын-мыйын саҡтар барыбер үтә,
Сабыр булып,әҙерәк түҙәйек.

Йөрәк бит ул шундай нескә,
Шундай һиҙгер,шундай тойоусан,
Алдармын тип, бер үк ниәтләнмә,
Йөрәк тә бит ярһыу, ҡыҙыусан.

Шаярғанды бер ҙә яратмай ул,
Һаҡ булыуҙы өҫтөнлөк ҡуя.
Сиселмәгән хәлде сискәндә лә,
Ашыҡмайса,йөрәгең тыңла.

Ҡыҙғанмайыҡ матур һүҙҙәребеҙ,
Йылмаяйыҡ,дуҫтар,көләйек,
Йөрәгебеҙ сәғәт кеүек типһен,
Матур-матур һүҙҙәр һөйләйек!

Автор:Рима Рафикова
Читайте нас