Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Февраль , 15:00

Ғүмер бер генә...

.

Бер күҙ асып йомған ара ғына,
Беҙҙең үткән ғүмер юлдары,
Ниҙәр генә эшләп,ни ҡылмайбыҙ,
Урағанда тормош йомғағын.

Имгәкләп тә,шыуышып башлайбыҙ ҙа,
Тәпәй баҫып атлап китәбеҙ,
Йомғаҡ осон- осҡа ялғарға тип,
Күпме һуҡмаҡтарҙы үтәбеҙ.

Шатлыҡтарҙы күреп иҫерәбеҙ,
Ҡырын елдәр иҫһә сүгәбеҙ,
Бары бер бирелгән ғүмеребеҙҙе,
Төрлө өлөштәргә бүләбеҙ.

Кәрәк арттарынан саба-саба,
Ғүмер аҡҡанын да һиҙмәйбеҙ,
Сәс ағарып,күҙҙәр томаланһа,
Ай,ғүмерҙәр үтә тиәбеҙ.

Үтә лә шул ғүмер,ай үтә бит ,
Маңлайҙарға һалып һырҙарын,
Бер илайһы килә,бер көләһе,
Һүткән саҡта ғүмер
йомғағын...

Ғүмер бер генә тип, кеше йәшәй,
Эшләй,таба,йүгерә,
Аллаһ биргән ошо бүләгебеҙ,
Булһа ине һәр саҡ ҡәҙерҙә,
Был донъяла йәшәү бер генә...

Автор:Рима Рафиҡова
Читайте нас: