Уҙған ғүмергә эйәреп,
Үтеп китте йәшлегем.
Ә ҡартлығым көтөп тора
Шар асҡан да ишеген.
Йәшлек ҡыҙыҡ, хушлашманы
Күп уйлап та торманы,
" Һағыныр"- тип тә белмәне
Юлын кире борманы.
Булмаймы һуң әкренерәк
Йылғыр ҡоштай осмаһаң?
Дәүерең оҙаҡ түгелен
Аңғартмайһың, исмаһам...
Йәшлек үтер ҙә китер, тип
Һис кенә уйламаныҡ.
Ҡартлыҡ үҙе эҙләп килде
Тәҡдирҙән уҙалманыҡ.
Һин, йәшлегем бүләк иттең
Һөйөүҙе наҙға төрөп,
Донъямды түңәрәк иттең
Әсә бәхете биреп.
Дәрт, дармандар ташып торҙо
Типһә, тимер өҙөр саҡ.
Ауырлыҡтар күтәрешкән
Атай, әсәй иҫән саҡ.
Йәшлек матур, иҫтәлекле
Ҡыуаныстары менән.
Дәртле йәшәгән ваҡыттың
Йыуаныстары менән.
Күпме генә һағынһаҡ та
Инде йәшлектәр уҙған.
Тейгәне, теймәгәненән
Ҡурҡыр күлдәктәр туҙған.
Рәхмәт әйтәм, һиңә, йәшлек
Хаталарҙы ғәфү ит!
Үпкәләмәй ҡалам һиңә
Үҙең риза булып кит.