Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Февраль , 21:00

Кеше ғәйептәрен эҙләмәгеҙ...

.

Кеше ғәйептәрен эҙләмәгеҙ,
Тикшермәгеҙ йортта сүп-сарын.
Төнө буйы уты оҙаҡ янһа,
Ут алмаһа, әгәр, кистәрен…
Тормош-ормош, етешеп тә булмай
Ваҡытында тәртип яһарға…
Бер осонан тартһаң уның ебен -
Икенсенән төйөн яһала…
Ғәжәпләнмә, әгәр, бара икән
Мунса түбәләре ишелеп,
Ышаныс юҡ, әллә үҙ түбәңдән
Иртәгә һыу ағыр тишелеп…
Исең китеп, юҡты һөйләп йөрөмә,
Гонаһ ул - ғәйеп, көнсөллөк.
Кеше кәмселеге тиҙ күренә -
Үҙеңдекен ҡара тикшереп…

Автор:Гөлнур Мөхәмәтханова
Читайте нас: