Мәҙәниәт
10 Февраль 2024, 10:00

Был ғүмерҙе бары өс көн тиҙәр...

.

Был ғүмерҙе бары өс көн тиҙәр,
Кисә, бөгөн, тыуһа – иртәгә...
Ҡабатлана шулай... осрамаһаң,
Яҙмыш яҙған һуңғы кәртәгә ...

Ошо гүзәл яҡты донъяларға
Тыуғаныма ҡат-ҡат һөйөнәм .
“Әлхәмдулиллаһ!”,- тим Аллаһыма –
Бөгөн һаулыҡҡа ла тейенәм...

Дуҫ -туғандар менән татыу йәшәп ,
Һәр көнөмдө байрам итәмен.
Яҙмыш һынауына бирешмәйсә,
Сабыр ғына донъя көтәмен.

Бәрәкәтен теләйем булғанымдың,
Барыһы – ваҡытлыса , беләмен...
Кеше күңелдәрен рәнйетмәйсә,
Ерҙән китеү минең теләгем.

Балаларға биргән игелектәр
Кире ҡайтһа ине әйләнеп.
Олоғайған көндә йәшәй алһаҡ ине,
Хөрмәт күреп, барыһы яйланып...

Автор:Гөлнур Мөхәммәтханова
Читайте нас