Яратам да ҡышҡы бурандарҙы,
Ҡар һепереп алдан йүгерә.
Егәрле лә инде, һырынтылар өйөп,
Барса ергә нисек өлгөрә? !
Онотолоп китеп буран менән,
Килә минең күккә ашаһым.
Бер нәмәгә ҡарамайса бына,
Килә ҡайсаҡ шундай шашаһым.
Оҡшай миңә буран, күңелемме,
Толҡа тапмай шулай ярһыулай.
Ишетмәйсә ҡалма, тигән кеүек,
Мөрйәләргә баҫып ул йырлай.
Бар донъяны күмеп аҡ ебәккә,
Сабыулай ул урам буйында.
Йүгереп сығып сумып уртаһына,
Ҡушылайым буран туйына.
Автор фотоһы.