Мәҙәниәт
9 Февраля 2024, 10:00

Бәхет теләйем һеҙгә, дуҫтарым!

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Бәхет теләйем һеҙгә, дуҫтарым!
Сәләмәтлек теләйем... Уңыштар!
Бер-берегеҙҙең ҡәҙерен белеп кенә
Гөрләп барһын һеҙҙең тормоштар!

Һеҙ һаҡлағыҙ килгән hәр миҙгелде,
Йылмайығыҙ донъя йөҙөнә.
Үкенмәҫлек итеп, изгелектәр эшләп
Һеҙ йәшәгеҙ һөйөнә һөйөнә.

Ысын күңелебеҙҙән доға ҡылып,
Йәшәйек дуҫтар йәнгә бер рәхәт.
Йә , бер Раббым! Биргән hәр көнөңә
Башым эйәм! Һиңә ҙур рәхмәт!!!

Автор:Г. Вәлиева
Читайте нас