Ап-аҡ биттәй күңел менән тыуҙым ,
Нур тултырып китеп барышым.
Киң ҡырҙарҙа йәйрәп, күкрәп үҫеп ,
Көс индергән бойҙай -арышым.
Борсоуҙарһыҙ ғүмер үтмәйҙер ул,
Мине лә бар ҡайғы тырмаған:
"Теймәйем әле, был бит әсәһенең
Иркә ҡыҙы ,"— тиеп тормаған .
Үргә һикерерҙәй һөйөнөстәр
Урап алганы бар ҡайсаҡ та .
Баласағым тирбәлде лә минең
Атай-әсәйле пар ҡосаҡта .
Миңә тигән донъя байлыҡтарын
Шөкөр ҡылып ҡабул итәмен.
Ҡулдан килгән ҡәҙәр көткәндәргә
Ярҙамымды һуҙып китәмен.
Яҡындарым күңелендә, бәлки,
Эҙем ҡалыр нурҙай һыҙылып .
Шатлыҡ менән үтһә ине ғүмер ,
Насип юлдар мәнле уҙылып...