Мәҙәниәт
4 Февраль 2024, 10:00

Наҙлы ғына баштарымдан һыйпап...

.

Наҙлы ғына баштарымдан һыйпап,
"Бәхетле бул", тиһең әсәйем.
Теләктәрең матур, тик бәхеттең
Ни икәнен генә әйтмәнең.
Аҡса, байлыҡмы ул? Улай тиһәң,
Зарланмайым, аҡса етәрлек.
Әллә һаулыҡмы икән? Көсөм дә бар
Ҙур араны елеп үтәрлек.
Тамағым туҡ, дуҫ-иштәрем байтаҡ,
Өҙөлөп тора янда туғандар.
Ҡай-бер иптәштәргә үпкәм дә юҡ -
Китә тора минән туйғандар
Бәхетле бул, тиһең әсәй,
Шул һүҙҙәрең өҙә үҙәкте.
Мин бәхетле булыр инем, әсәй,
Аңлай алһам ярһыу йөрәкте.
Тик ышанам, бер көн мин дә килеп
Теҙләнермен һинең алдыңа,
"Мин бәхетле, әсәй!", тиеп әйтер өсөн
Ҡулдарыңды алып ҡулыма.
Ә әлегә баштарымдан һыйпап,
Теләй әсәй уйҙар аҡлығын.
Бер көн килеп мотлаҡ аңлармын мин
Шунан да ҙур бәхет юҡлығын.

Автор:Фидәлиә Ишбаева
Читайте нас