Шул уңайҙан Ишәй ауыл китапханаһында "Яулыҡ байрамы" тип аталған үҙенсәлекле сара үтте. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының яратып ябынған француз яулығы тарихы менән таныштырыуҙан башланды. Фәүзиә Ҡотлогилдинаның "Француз яулыҡ - еңеү билдәһе" исемле шиғыры уҡылды.
Сарала ҡатнашыусылар үҙҙәре алып килгән яулыҡ төрҙәре тураһында бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле мәғлүмәт еткерҙе.
Сәриә апац Ишморатова боронғо суҡлы шәл алып килгән. Әсәһенең ҡомартҡы шәлен һаҡлап ҡына йөрөтөүен һөйләп үтте. Асия, Фирҙәүес, Кәримә, Гөлсинә апайҙар үҙҙәренең оҫта ҡулдары менән бәйләнгән шәлдәрен күргәҙмәгә килтерҙе.
Артабан яулыҡ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Һәр көн башҡа бәйләгән яулыҡтың төрөн, файҙаһын, үҙенсәлектәрен, тарихын белдек. Ябай ғына күренгән яулыҡтан ҙур байрам сараһы килеп сыҡты, тип әйтергә була.