Гонаһтарым барҙыр... Кисерегеҙ...
Холоҡ-фиғел төрлө бирелгән,
Бөгөн ғәфү һорап, ауыр йөктө
Төшөрәһем килә иңемдән.
Мин әүлиә түгел, уҙған юлда
Һаҡһыҙ эштәрем дә булғандыр,
Арағыҙҙа, бәлки, ҡай берәүҙәр
Баш эйеүҙе көтә торғандыр...
Башым эйәм бары бер Аллаһҡа!..
Тик ул белә гонаһ күләмен.
Мин үҙемә яҡшы булғандарға
Яҡшылыҡтар менән түләнем.
Донъя ваҡлыҡтары донъялыҡта
Ҡалһын ине тиеп юрайым.
Булған гонаһымды кисереүҙе
Үҙе гонаһыҙҙан —
Бер Аллаһтан ғына һорайым!
+8 °С
Облачно


