Мәҙәниәт
31 Января 2024, 10:00

Балаҡайым,йомшаҡ йомғаҡ кеүек,
Йоҡлай йылы минең ҡосаҡта.
Әйтеп кенә түгел аңлатырлыҡ,
Ниндәй хистәр тоям шул ваҡытта!
Яҡты йөҙҙәренә ла ҡараймын,
Бер Раббыма шулай ҙа ялбарам!
Үҙең һаҡла ғәзиземде тимен,
Доғаларҙан мин дә ташламам!
Иң ҡәҙерле Хоҙай бүләге бит,
Һөйөп биргөн улдар,ҡыҙыбыҙ!…
Бар йөрәктән сәләмәтлек теләйбеҙ,
Оҙон булһын ғүмер юлығыҙ!

Автор:Халидә Асхадуллина
Читайте нас