Бөгөн генә барһың, иртәгә юҡ,
Үкенесле икән был ғүмер.
Доньялыҡтан китһә яҡындарың,
Күңелдәрҙә ҡала көл-күмер...
Типһә тимер өҙөр саҡтарында,
Китәләр бит... Инде нишләйһең.
"Тәҡдирҙәре шулай ҡушҡандыр" -
тип йыуанып ахыры йәшәйһең.
Йәшәйексе ҡәҙерҙәрен белеп,
Фани ғына икән доньялар.
Хәл белешеп, күберәк осрашайыҡ,
Иртәгә бит һуң булыуы бар...
Күҙ асып та йомғандай ара,
Елдәй елеп үтә был ғүмер.