8-се класс уҡыусылары боронғо кәсеп төрөн үҙ итте. Айырыуса үҫмер егеттәрҙең был оҫталыҡҡа ылығыуы һоҡландыра. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ильвира Захарова балаларға туҡыу сәнғәте, кәсеп үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне, ә Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙы туҡыу станогында балаҫ һуғыу алымдарын күрһәтте.
Фәйрүзә Арыҫланғәлинаны балаҫ һуғыу кәсебе бәләкәйҙән ҡыҙыҡһындыра.
- Өйөбөҙҙә буй балаҫтары була торғайны, әммә аҫалыһы булманы. Өләсәйҙәргә барғанда түрҙә эленеп торған аҫалы балаҫтарҙы күреп һоҡлана инем. Уларҙы нисек эшләйҙәр икән, тип уйлай торғайным. Һуңғы йылдарҙа телевидениела, гәзит-журналдарҙа балаҫ эшләү тураһында мәғлүмәттәр күберәк күренә башланы. Аҙаҡ Этҡол ауылында Гүзәл Мостафина беҙгә балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Әлеге ваҡытта халыҡ кәсебе - туҡыусылыҡ тергеҙелә башланы. Был йолабыҙҙы йәш быуынға тапшырырға тейешбеҙ, - ти ул.
Фәйрүзә Әбүталип ҡыҙы бер нисә йыл элек Миәкә районындағы бер оҫтанан балаҫ һуғыу станогын һатып алып яратҡан шөғөлөн тормошҡа ашыра башлай. Уның балаҫтары йылдан-йыл матурыраҡ, сағыуыраҡ килеп сыға. Киләсәктә оҫтабикә аҫалы балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнмәксе. Ҡулдан һуғылған йөн балаҫтарҙың иң затлыһы һәм ҡатмарлыһы - аҫалы балаҫ борон-борондан матурлыҡ һәм байлыҡ, уңғанлыҡ һәм мәҙәнилек күрһәткесе. Аҫа - ентекләп һанап-иҫәпләп һуғылған бер-нисә геометрик фигуранан хасил булған уникаль орнамент.
Әйткәндәй, китапханала “Ағинәйҙәр” ойошмаһы ла эшләп килә. Улар ауылда үткән һәр мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Йыйылышып, кис ултырып бәйләм бәйләйҙәр, сигеү сигәләр, был эштәргә балаларҙы ла өйрәтәләр. Киләсәк быуынға ауылдың тарихын һөйләйҙәр. Махсус хәрби операция зонаһында ҡатнашҡан егеттәр өсөн ойоҡбаштар ҙа бәйләп ебәргәндәр. Ағинәйҙәр балаларға өләсәйҙәренән ҡалған боронғо балаҫтарын килтереп күрһәтте, уларҙың нисек эшләнеүе тураһында һөйләне.
Автор фотолары.