Бисмилла, тип иртәләрем
Доға уҡып башлана.
Эй, Хоҙайым, рәхимле бул,
Ярҙамыңдан ташлама.
Юлдашым булһын һәр ваҡыт
Сәләмәтлек, сабырлыҡ.
Ҡылған барлыҡ ғәмәлдәрем,
Булһын иҫтә ҡалырлыҡ.
Тыныслыҡ бир еребеҙгә,
Һуғыштар ҡабынмаһын.
Тәбиғәт бәлә–ҡазаһы,
Эй Хоҙайым, булмаһын...