Мәҙәниәт
23 Января 2024, 10:00

Нисек итеп мине яратырға
Белмәйһеңме? Хәҙер өйрәтәм!
Минең йөрәгемә тура юлды
Һинең өсөн үҙем күрһәтәм.
...Маҡсаттарың, хыялдарың булһын,
Ҡурҡып торма донъя эшенән,
Иғтибарлы бул һин минең менән,
Ҡырын һүҙ әйттермә кешенән.
Ышаныслы булһын аҙымдарың,
Ҡараштарың булһын яғымлы,
Хистәреңде минән йәшермә һис!
Яратҡаныңды әйт! Тағымы?
Тик шул ғына! Үҙем яратырмын!
Һөйөү күлдәреңә батырмын,
Тик батыр бул, йәнем! Күрәһеңме,
Һинең янда мин дә батырмын!


Автор:Фирүзә Абдуллина
Читайте нас