Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2024, 10:00

Тура йөрөһәң баш бәрелә...

.

Тура йөрөһәң баш бәрелә,
Бөгөлһәң арҡа һыҙлай…
Йығылһаң килеп дошманың,
Яраларыңды тоҙлай.
Көслөләрҙе ҡайһы саҡ һына,
Батырға ла ял кәрәк.
Бөгөлмәйсә, һығалмайса
Йәшәүселәр бик һирәк.
Донъя ла, әйләнә торғас,
Килтереп кенә бер баҫа.
Түҙеп ҡара теште ҡыҫып ,
Сабырлығың булмаһа.
Сабырлыҡ алтын булһа ла,
Ялтырап емелдәмәй.
Йәшәп булмай был тормошта
Һығылмай, йәберләнмәй.

Автор:ЗАЛИЯ НУРИӘХМӘТОВА
Читайте нас