Мәҙәниәт
18 Января 2024, 10:00

Ел-ямғырҙан һаҡлар инем,балам,
Хоҙай бирһә, шундай мөмкинлек,
Бағышлайым,һиңә доғаларым,
Юлдарыңда, теләп именлек.
Һаҡлай күр,бер үк,хоҙайҡайым,
Хәүеф-хәтәрҙәрҙән арала,
Шатлыҡ менән үтһен тормош юлын,
Ҡайғы-хәсрәттәрҙән арала.
Бирер инем,тормош һабаҡтарын,
Ҡуйыр инем,алдан киҫәтеп,
Балам,тиеп яна йөрәккәйем,
Яҙмыштарҙан булмай,иҫкәртеп.
Изге теләктәрем,килер йылдарыңа,
Һәр ябай көн,бәхет килтерһен,
Тормош һынауҙары, ауыр булмаһын,
Доғаларым менән үтәрһең...


Автор:Лариса Ғирфанова
Читайте нас