Ашыҡмайым. Ҡайҙа ашығырға?
Ҡыш былай ҙа үтер. Яҙ етер.
Буран өйгән бейек ҡар тауҙарын
Ҡайнар ҡояш тиҙҙән иретер.
Йырғанаҡтар сабыр ҡабаланып,
Ерҙе йыртып сығыр күгүлән...
Хатта яҙҙар ғүмер үтеүенә
Шаһит икәнлеген кем белгән?
Ул арала йәйе йәйелер ҙә,
Ялт-йолт итер йәшен ҡамсыһы,
Көҙгө ямғыр ниңә тоҙло икән?
Сикәләрҙән аға тамсыһы...
Тағы ла ҡыш килер. Унан һуң - яҙ,
Аҙна, айҙар елеп үтерҙәр,
Минең ризалыҡты һорап тормай,
Йылдарымды алып китерҙәр.
Ашыҡмайым. Сабыр итеп кенә
Күҙәтәмен ғүмерем уҙғанын,
Сәстәремә юллана сал булып
Сабып үткән йылдар туҙаны.
+2 °С
Ясна


