Мәҙәниәт
13 Ғинуар 2024, 10:00

Сәләмәтлек теләйем мин һиңә

.

Был донъяла йәшәү ғәжәп ауыр,
Борсоуҙары йөрөй мең килеп,
Ә бәхетте һаулыҡ ҡына бирә -
Сәләмәтлек килһен иң элек...

Бәғерҙәрҙе телгән борсоуҙарҙан
Көслөләр ҙә ҡайсак бер һына.
Бирешмәйсә, янып йәшәр өсөн
Сәләмәтлек теләйем мин һиңә.

Байлығы ла ситтә өйөлөп ҡала,
Дарман биргән һаулыҡ булмаһа,
Һөйөү уты сәсеп, йөрәгеңдә
Дөрләп янған усаҡ тормаһа.

Ҡәҙерен белмәй, юйһаң һаулығыңды,
Мең тарафҡа эҙләп сабырһың.
Хәлһеҙ ҡалып, өмөтөң һүнгән саҡта
Был йырымдан шифа табарһың...

Үҙәктәргә үткән ғазаптарҙан
Көслөләр ҙә ҡайсаҡ бер һына.
Ғүмер буйы янып йәшәр өсөн
Сәләмәтлек теләйем мин һиңә!


Автор:Флүрә Тарханова
Читайте нас