Мәҙәниәт
11 Января 2024, 10:00

"Бәхетлеме?" - тип һорайҙар.
Мин бәхетле, йәмәғәт!
"Һиңә күпме кәрәк?" - тейҙәр.
Булғанынан ҡәнәғәт!

"Ризамы һин тормошоңдан?" -
Шундай һорау бирәләр.
Мең ризамын барыһына,
Үҙҙәре лә беләләр.

"Ә үткәнең нисек?" - тейҙәр. -
Үкенерлек түгелме?"
Үткәндәр үткән дә киткән —
Бөгөнгөһө ҡәҙерле!

"Ә бөгөн һуң, бөгөн нисек?
Ни хәлдәрең бар һинең ?"
Бер ҙә юҡҡа борсолмағыҙ,
Бары ла ал да гөл, тимен.

Беләмен бит: күпселеге
Сын күңелдән һорамай.
Кәрәкме ул, кәрәкмәйме —
Һорамайса тора алмай.

"Яҡшы" тиһәң — эсе яна,
"Насар" тиһәң — һөйөнә.
Һорамағыҙ хәлдәремде,
Беләм мин үҙем генә...


Автор:Марат Илдаров.
Читайте нас