Мәҙәниәт
8 Ғинуар 2024, 10:00

Рәхмәтлемен, мине ярты һүҙҙән...

.

Рәхмәтлемен, мине ярты һүҙҙән...Рәхмәтлемен, мине ярты һүҙҙән...
Рәхмәтлемен, мине ярты һүҙҙән...

Рәхмәтлемен, мине ярты һүҙҙән,
Аңлай алған һөйгән йәремә ...
Ул ғына бит һалҡын көндәремдә,
Йылы өрә минең йәнемә ...

Бәхетлемен, ул янымда саҡта ,
Һиҙелмәйҙер булған кәртәләр ...
Тормош ауырлығы яндарымдан,
Бер-бер артлы үтеп китәләр...

Һөйөнәмен уның ҡараштары ,
Көләс йөҙө , айҙай балҡыһа ...
Таянысым , ышанысым минең ,
Әгәр яҙмыш киҫкен боролһа ...

Ҡулдарының йылылығын тоям,
Ҡайҙа ғына үҙем булһам да ,
Һиҙәм уның йөрәк борсолоуын ,
Ҡайтыр ерҙән аҙыраҡ һуңлаһам...

Бер йән булып тибә ике йөрәк,
Һөйөү хисен һаҡлай алғанда ...
Мин бәхетле уның яндарында ,
Мәңге бергә булып ҡалғанға ...

Рәхмәтем ҙур , күпһенмәһен Хоҙай ,
Өмөт итмәйем башҡа байлыҡҡа ...
Пар аҡҡоштар кеүек һөйөнөшөп,
Йәшәйек әле иҫән -һаулыҡта ...

 

Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы

Автор:Азат Хәкимйәнов
Читайте нас