Оло бәхет өмөт итеп,
Үткәрмәйем ғүмерҙе.
Кескәй генә шатлыҡтан да,
Бөтәйтәмен күңелде.
Күккә ашҡан бейек тауҙы
Төрлө-төрлө таш йәмләй.
Туғайҙарҙы, болондарҙы,
Матур сәскәләр биҙәй.
Көтмәйем мин тауҙай бәхет:
Һәр бер көнөм уңышлы.
Бөтөн күңел менән үтәм,
Биҙәй-биҙәй яҙмышты.