Үпкәләрлек сәбәптәрең
Өйөлһә лә өҫтәп-өҫтәп,
Кисер мине! Йәшәү ауыр
Үпкәләрҙе тейәп-йөкмәп.
Оҡшамаһа ҡылыҡтарым –
Күрмә лә ҡуй! Һин үҙең дә
Фәрештәләй түгел, йәнем!
Асыу тотма күңелеңдә.
Бөгөнгө көн – бөгөн генә,
Иртәгәһе хәҙер етер,
Миҙгелдәрҙән генә торған
Ғүмер елеп үтеп китер.
Әрәм итеп миҙгелдәрҙе
Тормайыҡсы үпкәләшеп!
Сөкөрләшеп һинең менән
Өлгөрөргә ине йәшәп…
+24 °С
Ямғыр


