

Көндө нисек башлаһағыҙ,
Ул шулай тамамланыр.
Башла көндө иман менән,
Күңелең тулыланыр.
Башла көндө изгелектән,
Изгелек сәсер кеше.
Изгелек бит бушҡа ятмай,
Изгенән булыр эше.
Башла көндө йылмайыуҙан,
Йылмайыр бөтә донъя.
Яуызлыҡты оноттороп,
Бөтә гонаһты юя.
Башла көндө һөйөү менән,
Һөйөү алырһың үҙең.
Күңелдәрҙе шатландырыр
Татлынан-татлы һүҙең.
Башла көндө шатлыҡ сәсеп,
Булыр көнөң илһамлы.
Матурлыҡтан йөҙөң балҡып,
Булырһың һин иманлы.
Айһылыу Вахитова фотоһы