Мәҙәниәт
24 Декабрь 2023, 10:00

Ҡышҡы һауа һалҡын тынын бөркә...

.

Ҡышҡы һауа һалҡын тынын бөркә...Ҡышҡы һауа һалҡын тынын бөркә...
Ҡышҡы һауа һалҡын тынын бөркә...
Ҡышҡы һауа һалҡын тынын бөркә,
Ҡайындар аҡ шәлдәр ябынған,
Күктә емелдәшә йондоҙҙар,
Тәҙрәләрҙә уттар ҡабынған...
Кис бит ҡышын,үҙе бер төрлө матур,
Туҡтап торсо,ап-аҡ тирә яҡ!
Тик донъя мәшәҡәтен ҡыуабыҙ,
Күҙ һалырға ваҡыт юҡ,ҡайһы саҡ.
Йомош табып,бушамай,сабабыҙ,
«Иртәгәгә ҡалһын...Һуңынан...»
Ә донъя бит,күрһәң,шундай матур!
Ҡыштары ла,яҙы,йәйгенәң.
Хоҙай биргән ошо миҙгелдәрҙе,
Гүзәллектең,той,тип,төрлөһен,
Ә ғүмерҙәр аға һиҙелмәйсә,
Миҙгелдәрҙе күреп өлгөр,һин.
Ҡышын һалҡын,йәйен эҫе,тибеҙ,
Яҙы,көҙө,үтә лә,китә,
Тормош бара көндәр,айҙар менән,
Ғүмер йомғағын һүтә-һүтә.
Алтын көҙҙән, тағы ҡышҡа керҙек,
Ағастарға ап-аҡ бәҫ ҡунған,
Тәбиғәттең ҡарлы миҙгелендә,
Гүзәллекте күреп, һин,уйлан...

 
 
Гөлназ Ғиниәтуллина фотоһы
Автор:Лариса Ғирфанова
Читайте нас