Мәҙәниәт
17 Декабря 2023, 15:00

Тормош – әсәй түгел. Тигеҙ итеп
Бүлеп бирмәй бәхет бәлешен,
Кем өлгөрә – эләктереп ҡала
Шул бәхеттең елле өлөшөн.

Браттар, блаттар ала матур өлөш,
Кемдер аҫтан ғына сәлдерә,
Намыҫ менән донъя көтөүселәр
Ҡалдығына ғына өлгөрә.

Өлгөрөүе тағын икеле шул -
Ғәҙеллектең күҙе бәйләнгән…
Шуға, ахыры, күпме бәндәләрҙең
Ҡулы бәйһеҙ, башы әйләнгән!

Нәфсеһенә хужа була алмай,
Йәшәй күптәр донъя ҡосаҡлап…
Ике метр ер ҙә етә бит ул!
Ә һаталар ерҙе гектарлап…

Шулай тейеш һымаҡ күнеп бөттөк…
Сараһыҙҙан инде был күнеү.
Ғүмер үтеп, олоғая килә
Борсомаҫмы икән үкенеү?

Таҙа намыҫ менән ғүмер итеү -
Үҙе ҙур ҡаҙаныш бит инде!
… Бурҙар урлай беҙҙең өлөштәрҙе –
Бына ошо ҡыра күңелде…

Автор:Фирүзә АБДУЛЛИНА.
Читайте нас