Мәҙәниәт
12 Декабрь 2023, 10:00

Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел

.

Сәй эсәбеҙ бабай менән,
Сөкөрләшеп, серләшеп.
Йәш саҡтарҙы иҫкә алып,
Күгәрсендәй гөрләшеп.
Сәйеңде эс, бабай тием.
Ҡоймағы, балы менән.
Ә ул миңә ҡарап ҡуя,
Күҙенең ағы менән.
Сәй эскәндә эш ҡушаһың,
Нимәне ҡояйым ти.
Балалар күптән үҫтеләр,
Һиңә ниндәй бала ти.
Аша инде бабай тием ,
Итле генә ашыңды.
Итегемде систем бит,
Әйләндермә башымды.
Һәйбәт итеп, мунса яҡтым,
Бар йыуын тим мунсала.
Мин һиңә егет кешелер,
Йөрөргә ти, танцала.
Бына шулай бабай менән,
Йәшәйбеҙ сөкөрләшеп.
Бер-беребеҙҙе аңлай алмай,
Килде- китте һөйләшеп.

Автор:Сажиҙә Көсөкбаева (Абдуллина)
Читайте нас