Мәҙәниәт
11 Декабря 2023, 10:00

"Үткән ғүмер менән ҡалған хәтер...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

"Үткән ғүмер менән ҡалған хәтер
Һатып алып булмай аҡсаға"-
Тиеп йырлар ине оләсәйҙәр
Һабаҡ булған икән аңлыға.
Ғүмеремдә хәтер ҡалыуҙарым
Әҙ булманы,булды етерлек..
Күҙ йәштәрем менән йыуа барҙым,
Көс табалдым,тороп китерлек..
Рәнйегән мәлдәрем булғанда ла
Үсләшмәнем тәкәбберҙәргә
Сөнки беләм: яуап бирәһе бар
Инеп ятҡас тар ҡәберҙәргә.
Күкрәк киреп һине кәмһетеүсе
Аңламай шул ниҙәр күрәһен.
Аңһыҙҙарҙы бары ҡәбер генә
Төҙәтәлер инде, күрәһең...

Автор:Сәфинә Әхмәтова-Рамазанова
Читайте нас