Мәҙәниәт
10 Декабрь 2023, 14:00

Бәхет миңә еңел бирелмәне...

.

Бәхет миңә еңел бирелмәне:
Ямғыр көттөм — күктәр боҙ һалды.
Өҙгөләнеп, йылы эҙләгәндә,
Усак һүнеп, бары дым ҡалды.

Бейеккә юл миңә ҡыйын булды:
Осло таштар телде яраны.
Ауыртыуға түҙмәй шыуып төштөм,
Ҡабат йырағайтып араны.

Яҙмыш миңә бәхет юраманы.
Тартып алдым тейеш өлөштө.
Ҡара күккә ҡояш итеп элдем
Өлөшөмә тигән көмөштө.

Юлдарымды киҫкән ҙур таштарҙы
Нигеҙ итеп һалдым өйөмә.
Боҙ яуҙырһа, иретеп, һыуҙар йыйҙым
Һибер өсөн тормош гөлөмә.

Бәхет миңә еңел бирелмәне…
Мин, үсләшеп, уға юл таптым.
Ҡул бешһә лә, утлы күмер алып,
Һүнгән усағыма ут яҡтым.

Автор:Алһыу Иҙрисова.
Читайте нас