Ҡай берәүҙәр йәшәй бәхет эҙләп,
Тик ҡайҙан һуң уны табырға?
Ул күренмәй, даулап алып булмай,
Ынтылһаң да күккә - йондоҙға.
Бәхетте бит тоя белеү кәрәк,
Таң атҡанда, ҡояш батҡанда.
Бәхетте бит күрә белеү кәрәк,
Ҡарлы ҡышта, шишмә аҡҡанда.
Бәхет бит ул ерҙә баҫып тороу,
Бәхет бит ул күреү, һөйләшеү.
Яңы тыуған көнгә йылмайышып,
Бер-береңә шатлыҡ өләшеү.
Бәхет бит ул атаң, әсәң булыу,
Дуҫ-иштәрең янда, туғандар.
Тормош һуҡмағынан абындырмай,
Күтәрергә әҙер торғандар.
Бәхет түгелме ни тыуыу ергә,
Йәшәү, эшләү, имен-һау булыу.
Иртәләрен торғас ҡояш күреү,
Иман нурҙарына ҡойоноу?!