Мәҙәниәт
8 Декабрь 2023, 11:00

Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда

Бөгөн, 8 декабрҙә, Әхмәр ауылы мәктәбендә муниципаль район уҡыусылары араһында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин ижадына бағышланған «Мусин уҡыуҙары» конференцияһы үтте. Был сара сиктәрендә йәш бәйгеселәр яҙыусының әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү ярышында ҡатнашты.

Башҡорт теле көнөн ҡаршылағандаБашҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда

Баһалама комиссияһында яҡташтарыбыҙ - билдәле шағирәләр Тамара Юлдашева менән Рита Фәтҡуллинаның, яҙыусы, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримовтың ҡатнашыуы сараға тағы ла оло мәртәбә өҫтәне.

Ноғман Мусиндың оло апаһы Нәфисәнең ҡыҙы Дамира Таһирова - ошо сараны ойоштороусы. Ул Әхмәр мәктәбендә ҡырҡ йылға яҡын башланғыс класс уҡытыусыһы булып эшләгән.

- Уҙған йылда мәғариф идаралығының башҡорт теле уҡытыусылары методисы Гөлнур Аҙнабаеваға мин Ноғман Мусиндың исемен мәңгеләштереү тәҡдиме менән сыҡтым, - тип уртаҡлашты Дамира Шайхрахман ҡыҙы. - Шулай итеп, уҙған йылда З. Вәлиди исемендәге 2-се башкорт гимназия-интернатында Мусин уҡыуҙарын үткәрҙек. Һәм быйыл сараны Әхмәр мәктәбендә ойошторорға булдыҡ. Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһына оло рәхмәтемде еткерәм.

 

Автор фотолары һәм видеоһы.

Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Башҡорт теле көнөн ҡаршылағанда
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас