Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Декабрь 2023, 15:00

Әсәйемә

.

Әсәкәйем, күңелең йомшаҡ ине,
Башҡа ине наҙың, иркәләүең.
Үкендерә һинең әҙ йәшәүең,
Китеүҙәрең, Әсәй, иртәләүең...
Йылдар үткән һайын һағынамын,
Юҡһынамын һине нығыраҡ.
Әсәкәйем, башҡа берәү ҙә юҡ,
Һинән яҡыныраҡ, йылыраҡ.
Күҙ алдым да йылы ҡараштарың,
Хәтеремдә әйткән һәр һүҙең.
Хәтирәләр һиңә алып ҡайта,
Юҡһың, Әсәй, бары тик үҙең...

Автор:М. Мәғәсүмов.
Читайте нас: