Мәҙәниәт
1 Декабря 2023, 10:00

Эй, Хоҙайым! Һаҡла ҡыҙҙарымды...

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Эй, Хоҙайым! Һаҡла ҡыҙҙарымды,
Йәшәһендәр иҫән - һау булып.
Мин уларҙы гелән яҡлай алмам,
Яр аҫтынан сыҡҡан яу булып...
Һаҡла инде һин уларҙы бер үк,
Икеһендә берҙәй тиң күреп.
Ҡайһы ваҡыт үҙем өлгөрмәҫмен,
Атлап түгел, осоп - йүгереп...
Ғүмеркәйем таралыр ҙа бөтөр,
Ап - аҡ томан, йылы боҫ булып.
Йәшәһендәр икәү, айырылмаҫ,
Пар ҡанатлы, һәр саҡ дуҫ булып...


Автор:Мөхәмәтйәр Мәғәсүмов
Читайте нас