Мәҙәниәт
29 Ноября 2023, 10:00

Һаулыҡ ҡына булһын, һаулыҡ ҡына!

.

Добавить в предпочтительные источники Google

Һаулыҡ ҡына булһын, һаулыҡ ҡына!
Әллә күпме хыял күңелдә!
Беҙ күрмәгән күпме гүзәллек бар
Ер йөҙөндә, хатта илемдә!

Һаулыҡ булһа, дуҫ-туғандар менән
Йәшәп була донъя гөрләтеп,
Ғүмерҙәрҙең ҡәҙерҙәрен белеп,
Ғаилә усаҡтарын дөрләтеп!

Һаулыҡ ҡына етһен, эй, Хоҙайым!
Ҡалғанына етер көсөбөҙ,
Ҡасан үтеп китер ошо афәт?
Өнгә әйләнһәсе төшөбөҙ!

Аллаһ ҡөҙрәтенән, яҙған булһа,
Афәттәрҙе йырып сығырбыҙ,
Һаулыҡ ҡына һынатмаһын инде –
Ҡалғанына ваҡыт табырбыҙ!


Автор:Фирүзә Абдуллина
Читайте нас