

Атлап түгел, осоп барҙым унда. Сөнки китапҡа ғашиҡ булыу ғына түгел, унһыҙ донъяла бөтөнләй йәшәй алмаған илаһи йәнле уҡытыусылар менән яҡындан аралашыу теләгем көслө ине. Ауылдың төҙөк, өйҙәренең күркәм булыуы һоҡландырҙы. Ә инде халҡының, мәктәп коллективының, уҡыусыларының күптәнге таныш кеүек ихлас булыуҙары һөйөндөрҙө. Мәрзиә Тимербулат ҡыҙы Буранбаева (Лутова) Салауат ҡалаһының 18-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас хәләле Дамир менән ауылға ҡайтып төпләнәләр. Тирә-яҡҡа ҡояш кеүек балҡып торған оло йорт һалып инәләр. Тәҙрә төбөндәге гөлдәре, тышта күҙ яуын алырлыҡ сәскәләре был өйҙө тағы ла ҡотлораҡ итә.
Әлеге көндә оло йәштәге ҡәйнәһе Фәнүзә апай менән бергәләп татыу донъя көтә улар. Дамир Себерҙә эшләй. Оло улдары Айҙар Украинала хеҙмәт итә. Кесеһе Илһам 7-се синыфта белем ала. Хаҡлы ялда булһа ла Мәрзиә Тимербулат ҡыҙы ауыл мәктәбе менән араларҙы һис һыуытҡаны юҡ. Ул күңелендә хыял итеп йөрөткән ошо осрашыуҙы үткәрергә була. Был тәҡдимде башланғыс кластар уҡытыусыһы, тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары Зилә Зөфәр ҡыҙы Хәмиҙуллина, мәктәп директоры советнигы Гөлшат Әнүәр ҡыҙы Хәлитова ла хуплай.
Түбәнге Әрмет мәктәбендә бөгөнгө көндә башҡорт әҙәбиәтен яратҡан, рухиәтебеҙгә ысын мәғәнәһендә хеҙмәт иткән уҡытыусылар, тәрбиәселәр йәшәүенә шаһит булдым. 7-се, 8-се класс уҡыусылары дәртләнеп шиғырҙарымды ятҡа һөйләне. Тимәк, улар көн оҙон ҡулдарына телефон тотоп ҡына ултырмай. Ә биргән һорауҙарының ихласлығы: “Һеҙҙең балаларығыҙ ҙа ижад кешеһеме?”, “Ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ яҙышамы?”, “Улар башҡортса һөйләшәме?”, “Кескәйҙәр өсөн яҙыу рәхәтме, ҡыйынмы?”, “Беҙгә тағы киләһегеҙме?” “Мәктәбебеҙ оҡшанымы?”. Үҙҙәренең күҙҙәре йондоҙ кеүек янып тора! Осрашыуҙан һуң килеп мине ҡосаҡлап алыуҙары шиғриәтемде ҡабул итеүҙәренә дәлил ине. Саранан һуң бөгөнгө әҙәбиәтебеҙ, донъя әҙәбиәте тураһында һөйләшеп, илкөндәребеҙгә именлек теләп тәмле итеп сәй эстек.
Өйҙә лә мамыҡтай ҡабарып торған телеңде йоторлоҡ ҡоймағын ҡойоп, йылмайып Фәнүзә апа ҡаршы алды. Оло кеше барҙа - иман бар! Аят уҡып, доғалар ҡылғас, өйгә тағы ла бәрәкәт, ҡот таралды. Аллаһтың ризалығын алыу – бәндә ҡоло өсөн оло һауап ул.
Мәрзиә Тимербулат ҡыҙы уҡытыусы ғына түгел, шағирә лә икән. Һуғыш уртаһында йөрөгән улы Айҙар өсөн борсолоп яҙған шиғырын илай-илай уҡыны. Батыр яугирҙың имен-аман әйләнеп ҡайтыуын күмәкләшеп теләнек!
Үҙең атлап ҡайтсы, улым!
- Әсәй, миңә тиҙҙән юлға, - тигәс,
Ышанманы бер ҙә йөрәгем.
Һин бит минең гел йылмайып торған
Берҙән-берем, маяҡ, терәгем.
- Әсәкәйем, мин һалдатмын хәҙер.
Илебеҙҙе һаҡлау - бурысым!
Борсолма һин берүк, бары телә
Рух көсөнөң нығын, ҡоросон.
Бер-бер хәлгә тарый ҡалһам әгәр,
Уйым булыр һеҙҙең турала.
Тик һин генә ныҡ бул, йәме, әсәй!
Фотоларым ҡосоп илама.
Күҙҙәрең гел көлөп торһалар ҙа,
Бар уларҙа һағыш, ҡарғыш та.
Әсәләр бит ергә ятып илай
Ҡәһәр һуҡҡан ошо һуғыштан.
...Телефондың сыңлағанын көтәм
Зар-интизар булып, йән атып.
Ҡара табуттарҙа түгел, түгел,
Үҙең атлап ҡайтып инсе, улым,
Бар ауылға бәхет таратып.
Был ауылда китап яратҡан халыҡ йәшәй. Түбәнге Әрмет мәктәбендә шиғыр һөйгән малайҙар һәм ҡыҙҙар белем ала. Киләсәктә улар илебеҙҙең лайыҡлы шәхестәре булып үҫеренә иманым камил!