Мәҙәниәт
28 Ноября 2023, 05:00

Эше барҙың - ашы бар

25 ноябрь көндө Этҡол ауылында йәшәүсе Рәйсә менән Хәмит Нәбиуллиндар йортонда өйрәк өмәһе уҙҙы. Йорт хужалары был йоланы Этҡол күп функциялы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторҙо.

Добавить в предпочтительные источники Google
Эше барҙың - ашы барЭше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар

Уңған хужалар ике тиҫтәнән ашыу өйрәк үҫтереп һимерткән. Өмәлә туғандары, күрше-тирә ихлас ҡатнашты.

Йола буйынса Хәмит Нәбиуллин еңел ҡуллы ҡош-ҡорт һуйыусы булды. Егәрле өмәсе ҡатын-ҡыҙҙар өйрәктәрҙе йәһәт эш итеп ҡаҙанға һалып та ебәрҙе. Уйынлы-ысынлы шаяртыуҙар, изге ырымдар менән үрелеп барған был өмә күңелле үтеп китте. Хужабикәнең апаһы Райхана ҡош-ҡортҡа ҡағылышлы төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр һәм ырымдар менән таныштырҙы.

Кискә өмәселәрҙе мул өлөштәр һалынған һыйлы табын көтә ине. Оҫта хужабикә Рәйсә Нәбиуллина табынына төрлө-төрлө ризыҡтарын бешереп ҡуйғайны.

Ошо байрамды ойоштороп уткәрергә мөмкинселек биргән өсөн Нәбиуллиндар ғаиләһенә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләһе йылда ла малдары, ҡош-ҡорттары уңһын, донъялар имен торһон!

 

Фото: https://vk.com/itkulovskyclub

Эше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар
Эше барҙың - ашы бар
Автор:Этҡол ауылы күп функциялы клубы.
Читайте нас