Мәҙәниәт
28 Ноябрь 2023, 10:00

Була алһаң, бөгөн бәхетле бул...

.

Була алһаң, бөгөн бәхетле бул.
Иртәгәне ниңә көтәргә?
Күрә бел һин бөгөн яндағыһын.
Һуң булыуы бар бит иртәгә.

Бер кем белмәй ғүмер йомғаҡтарын
Теләгәнсә әкрен һүтергә.
Һүтелгәнде кире урап булмай.
Һуң булыуы бар бит иртәгә.

Һәр бер көн-миҙгелдең ҡәҙерҙәрен
Белеп кенә ғүмер итәргә...
Бөгөнгөнөң бел һин ҡәҙерҙәрен.
Һуң булыуы бар бит иртәгә.

Һөй һәм һөйөл, һөйөн, көйөн, ила...
Барыһын да кәрәк үтергә.
Йәшәп ҡал һин бөгөн! Бөгөн! Бөгөн!
Һуң булыуы бар бит иртәгә...

Автор:Физәлия Дәүләтгәрәева
Читайте нас