Мәҙәниәт
22 Ноября 2023, 13:00

Балаҡайым, аҡыллым
Күҙ нурым бит һин, улым!
Киләсәктә һин миңә
Булырһың тим, уң ҡулым.

Ҡулдарың уйнап торһон,
Ике күҙең ут булһын!
Юлдарыңда тик яҡшылар
Гел осрап ҡына торһон!

Хыялдарың күп булыр-
Һин уйлап ҡына эшлә!
Ауырлыҡтар килеп торор-
Бер ҡасан да бирешмә!

Улым,һәр саҡ үҙең ныҡ бул
Илаҡ булма, килешмәй.
Ир-егеттәр көслө була!
Ир-егеттәр бирешмәй!!!

Бәхеттәрең, ғүмерҙәрең
Мул, оҙон булһын балам!..
Теләктәрҙе теләгәндә
Ҡабул итер, бер Аллам!!!


Автор:Раушания Мөлөкова
Читайте нас