Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Ноябрь 2023, 15:00

Бысаҡ ҡаҙамағыҙ алдан барғандарға...

.

Бысаҡ ҡаҙамағыҙ алдан барғандарға,
Уҡ атмағыҙ артта ҡалғанға.
Бар кешелә бер үк төрлө түгел
Булдыра алмай уҙен яҡларға.

Иң беренсе үҙең тәүфиҡлы бул,
Һуҙ ҡулыңды ярҙам көткәнгә.
Бер уҙең һин бер кем түгел,
Осалһан да зәңгәр күктәргә.

Ҡайҙан килә шундай ҡәҙәр асыу,
Куңел тулы нәфрәт кешелә.
Әллә үҙе булдыра алмауҙа,
Әллә инде артыҡ күреүҙә.

Ғәйеп итмә, ҡай бер хайуандар ҙа
Аҡыллырак, тиһәм кешенән.
Һиҙәгеҙме, беҙ бит бөгөн
Уҫалыраҡ хатта бүренән.

Барыбыҙ ҙа ошо ер балаһы
Ваҡытлыса беҙҙең был йәшәү.
Кәрәкме һуң юҡ-бар өсөн
Бер-береңде һүгеп, ғәйепләү?

Автор:Наилә
Читайте нас: