Мәҙәниәт
18 Ноябрь 2023, 14:00

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән...

.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Аҡ-ҡаралы юлдан атлайым.
Кеше тигән бөйөк исемде лә
Йөрөтөүе ауыр, аңлайым.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Дуҫтарымдан дошман күберәк.
Хыялың да ҡай саҡ юҡҡа сыға,
Осоп үтә, гүйә күбәләк.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Тура һүҙем була язалы.
Хаҡлыҡтарҙан өҫтөн нахаҡ сыға,
Йөрәгемдә ҡала ҡаяуы.

Яҙмыш тигәндәре шулмы икән –
Йөк атылай эштә көндәрем.
Донъя малы – дуңғыҙ ҡаны, тиҙәр,
Йылы ҡараш көтә күҙҙәрем.

Яҙмыш тигәндәре шулай булһын –
Ил өҫтөндә билем бөгөлһөн.
Хаҡлыҡ өсөн, бары халыҡ өсөн
Ергенәмдә тирем түгелһен.

Автор:Айгөл АЙЫТҠОЛОВА
Читайте нас