Йәштәре алтмыштан уҙыуға ҡарамаҫтан йәштәрсә сағыу тауыштарын юймаған Хәбирә Иркәбаева менән Алмабикә Ғалинаның сығыштары һоҡланырлыҡ булды. Улар аяҡ ауырта, бил һыҙлай, тип өйҙә төңөлөп ултырмай, бына тигән итеп донъя ла көтәләр, мәҙәниәт йортонда үткәрелгән бер саранан да ситтә ҡалмайҙар!
Ә юморға ауылдаштарым ҡайһылай бай икән. Төхвәтуллина Мининур, Ғалина Алмабикәгә Биксән тамашасылары "ысын әртис икәнһегеҙ!" тине хатта. Әхмәрҙәр - йырсыларға, ҡанаҡайҙар бейеүселәргә бай, тип дөрөҫ әйтәләр икән. Концерттың яртыһын тип әйтерлек бейеүҙәр тәшкил итте. Йырсыларыбыҙ ҙа етерлек булды. Бейеүҙәрҙә Янбаева Гүзәл, Йыһанбаева Айһылыу, Әминева Рәзилә, Төхвәтуллина Мининурға еткән кеше булмағандыр. Ансамбль сығышын да йылы ҡабул итте тамашасы.
Ике аҙна элек коллектив Сәлих ауылында сығыш яһағайны.
Ҡанаҡай мәҙәниәт йорто үҙешмәкәр артистарына артабан да уңыштар теләйек!