Мәҙәниәт
16 Ноябрь 2023, 10:00

Ҡайҙа ғына итһәләр дә юлдар...

.

Ҡайҙа ғына итһәләр дә юлдар ...
Юлдаш булһын изге доғалар ,
Ғүмер юлы һикәлтәһеҙ булмай ...
Иҫән булһын ата-әсәләр ...

Мәрхәмәтле булып йәшәйек ерҙә ,
Ярҙам итәйек яҡын дуҫтарға .
Бергәләшеп татыу йәшәп ҡарайыҡ ,
Бәхет бит ул беҙҙең ҡулдарҙа !

Ҡунаҡтарҙы һәрсаҡ хөрмәт итеп,
Ҡаршы алайыҡ икмәк, сәй менән ,
Йырҙар йырлап, бергә күңел асып ,
Уҙһын шулай беҙҙең ғүмерҙәр. ..

 
Автор:Ләйсән Сабитова
Читайте нас